Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 17:50

Диңгеҙ төбөнән сыға

Полиция диңгеҙҙән ярға сығарылған пакеттарҙы октябрь айы урталарынан уҡ туплай башлаған. Уларҙың һәр ҡайһыһында берәр килограмм кокаин бүлеп һалынған.

Францияның көньяҡ-көнбайыш диңгеҙ ярында полицейскийҙар бер нисә аҙна дауамында кокаин һалынған пакеттарҙы йыйған. Уларҙың дәүмәле тоннанан ашҡан. Полиция диң-
геҙҙән ярға сығарылған пакеттарҙы октябрь айы урталарынан уҡ туплай
башлаған. Уларҙың һәр ҡайһыһында берәр килограмм кокаин бүлеп һалынған. Жиронд департаменты прокуроры белдереүенсә, шикле муҡсалар географияһы киңәйгәндән-киңәйә. Эҙләнеү эштәре дауам иткәнлектән диңгеҙ ярының пляждары ябылған. Урында йәшәүселәр пакеттарҙы үҙләштергән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡтары хаҡында хәбәрҙар. Белгестәр наркотиктарҙың ҙур партияһы Антиль утрауынан йәки Латин Америкаһынан юлланған яхта һыу төбөнә китеп, үлемесле матдә тап шунан ҡалҡып сығалыр тип иҫәпләй.