Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 19:00

Ҡалайҙан түгел, кирбестән

Ошо көндәрҙә Ярат ауылында яңы фельдшер-акушер пунктына нигеҙ һалынды.Уның бинаһы тиҙ генә ҡорола торған ҡалайҙан булған модулле ФАП түгел, кирбестән булыуы ҡыҙыҡһындырҙы.

Ҡалайҙан түгел, кирбестән
Һуңғы ваҡытта Баймаҡ районының Ярат ауыл биләмәһендә ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Әйтәйек, Ғүмәр ауылында яңы мәсет асылды, Яратта сүп-сар түгеү майҙансығы эшләнде. Тиҙҙән бындай майҙансыҡтар биләмәгә ҡараған ауылдарҙың барыһында ла булдырыласаҡ.
Ошо көндәрҙә Ярат ауылында яңы фельдшер-акушер пунктына нигеҙ һалынды.
Уның бинаһы тиҙ генә ҡорола торған ҡалайҙан булған модулле ФАП түгел, кирбестән булыуы ҡыҙыҡһындырҙы.
--Эйе, беҙҙең медицина пункты республиканың ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы федераль программа сиктәрендә төҙөлә,--тине Ярат ауылы биләмәһе башлығы Илгиз Ғәлимнур улы Йәнбирҙин.—Ауыл ерендә йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған программаға ярашлы, беҙ бағыусы табып, халыҡ ярайһы уҡ өлөш индереп мөһим төҙөлөштө башланыҡ. Бағыусыбыҙ Мырҙаҡаев Айҙар Шәрифән улы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Ул 100 мең һум иғәнә индерҙе.
Яраттар үҙ көстәре менән бинаның проектын әҙерләгәс, экспертиза үтеүен көткән. Ошо аҙнала баш ҡаланың “Апрель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре төҙөлөш эштәренә тотонған. Төҙөүселәр көндәр йылы торғанда бинаның стеналарын күтәреп ҡыйығын ябып ҡуйырға иҫәп тота. Медицина объекты 2020 йылдың йәйендә сафҡа инәсәк.
Читайте нас: