Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 10:00

Төйәләҫтә ФАП төҙөлә

Төйәләҫтәге фельдшер-акушер пункты республикала газ ярҙамында йылытыласаҡ берҙән-бер медицина пункты буласаҡ.

Сибай ҡалаһының иң алыҫ урынлашҡан юлдаш ҡасабаһы—Төйәләҫтә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Яңы социаль объект мәктәп һәм мәсет янында урынлашҡан. Төйәләҫ халҡы әле медицина ярҙамы өсөн дә, дарыу, башҡа кәрәк-ярағы өсөн дә ҡалаға йөрөргә мәжбүр. Тиҙҙән фельдшер-акушер пункты сафҡа инһә, улар сифатлы медицина ярҙамын өйҙәренән алыҫ китмәйенсә лә аласаҡ.
Төҙөлөштө атҡарыу өсөн муниципалитет ер бүлгән. Бинаны коммуникациялар менән тәьмин итеү сығымдары ла ҡала хакимиәте ҡаҙнаһынан бүленә. Әйткәндәй, Төйәләҫтәге фельдшер-акушер пункты республикала газ ярҙамында йылытыласаҡ берҙән-бер медицина пункты буласаҡ.
Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов ҡасабала булып, төҙөлөш барышы менән танышты. Башлыҡ башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәт, бөтәһе лә планға ярашлы бара.
#нацпроекты#миллипроекттар