Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 18:15

Төбәктә юлдар яҡшыра

Юлсылар иң беренсе сиратта Ғәлиәхмәткә ингән ерҙе тигеҙләп ҡырсынташ түшәгән. Юлдың тап шул урындағы 0,8 саҡрым өлөшө шул тиклем насарайған, йылдың ҡайһы миҙгелендә лә был ерҙән үтеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Артабан иһә ике ауылды тоташтырыусы төп япманы ремонтлауға ҙур иғтибар бүленгән.

Төбәктә юлдар яҡшыра
"Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең Хәйбулла юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөлөш идаралығы “Автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Аҡнаҙар-Ғәлиәхмәт ауылдары араһындағы юл участкаһын рәтләгән. Юлсылар иң беренсе сиратта Ғәлиәхмәткә ингән ерҙе тигеҙләп ҡырсынташ түшәгән. Юлдың тап шул урындағы 0,8 саҡрым өлөшө шул тиклем насарайған, йылдың ҡайһы миҙгелендә лә был ерҙән үтеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Артабан иһә ике ауылды тоташтырыусы төп япманы ремонтлауға ҙур иғтибар бүленгән.
Әбеш ауылы биләмәһе етәкселеге райондың юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөлөш идаралығы начальнигы А.С.Суфияновҡа, баш инженер А.Г.Әмировҡа, мастер Х.М.Сәғитовҡа, грейдер машинисы Г.Г. Ултыраҡовҡа, машинистар Ә.Игебаевҡа, Ф.Мортазинға, З.Юлдашбаевҡа, водителдәр Х.Килдебаевҡа, Р.Нураевҡа ҙур рәхмәт белдерә.
#нацпроекты#милли проекттар
Читайте нас: