Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 18:20

Үҫемлек иттәре һатыла башлай

Үҫемлек ите ашап ҡарағанығыҙ бармы бығаса? “Кит бушты!”—тиер күптәрегеҙ. Әммә тиҙҙән магазин кәштәләрендә ысынлап та үҫемлек ите барлыҡҡа киләсәк.

Үҫемлек ите ашап ҡарағанығыҙ бармы бығаса? “Кит бушты!”—тиер күптәрегеҙ. Әммә тиҙҙән магазин кәштәләрендә ысынлап та үҫемлек ите барлыҡҡа киләсәк.
Магазиндарҙа борсаҡ, ҡуҙаҡлы какао, май һәм хатта өй сиңерткәһенән эшләнгән үҫемлек ите һатыла башлай. Хәтәр иттәрҙең хаҡтары ла тешләшә: 1 килоһы—3 мең һум. Иттең үҫемлек аналогын табыу өсөн тикшереүселәргә ете йыл талап ителгән. Продукцияға килгәндә, ул тулыһынса тиерлек аҙыҡ-түлек етештереүҙә кәрәкмәгән элементтарҙан һәм “ҡалдыҡтар”ҙан тора. Үҫемлек итен белгестәр борсаҡтан, ҡуҙаҡлы какао һәм киндер ҡалдыҡтарынан, рапс майынан һәм һыуҙан эшләй. Күптән түгел генә өй сиңерткәләренән үҫемлек ите барлыҡҡа килде. Дөрөҫөрәге, уларҙы ыуып төшөргән ондан.
Бындай ит холестеринһыҙ. Етештереүселәр раҫлауынса, уны вегетариандар ғына түгел, башҡа һатып алыусылар ҙа юғары баһалай. Сөнки ул тәме менән мал итенән бөтөнләй тиерлек айырылмай.
Үҫемлек элементтарынан ит етештереүсе Beyond Meat компанияһына Билл Гейтс, Леонардо Ди Каприо һәм МакДональдстың элекке башлығы Дон Томпсон инвестициялай.