Быға төрлө сәбәптәр йоғонто яһай: граждандарҙың иҡтисади хәле, коррупция кимәле, медицина үҫеше, торлаҡ мәсьәләһе. Демографик хәлде яҡшыртыу өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин күп эштәр башҡара. Милли проекттарҙың “Демография” тармағы ла халыҡтың һанын арттырыуға йүнәлтелгән. Граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, коррупцияға ҡаршы көрәш алып барыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү буйынса ла күп эштәр эшләнелә.