Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 10:00

Медицина ярҙамына-планшет

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бригадаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә планшеттар ҡайтарылған.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының тиҙ медицина ярҙамы бригадаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә планшеттар ҡайтарылған.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһының автоматизацияланған эш урынына тоташтырылған планшетлы компьютерҙар менән төбәктең 345 тиҙ медицина ярҙамы бригадалары тәьмин ителәсәк. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө медицина учреждениеларына, шул иҫәптән Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ошо көндәрҙә бирелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре замана техникаһы ярҙамында саҡырыуҙарҙы онлайн режимында ҡабул итә, сирлегә ярҙам күрһәтергә китеп барышлай юлда уҡ уның ауырыуҙарын өйрәнә, беренсел медицина документацияһын аса, дауаханалағыларҙы пациенттың хәле, уға ниндәй ярҙам кәрәклеген белгертә ала.
Медицина учреждениеһындағы аҡ халатлылар үҙ сиратында бәләгә тарыусыны ҡабул итергә әҙер торасаҡ, үлем менән йәшәү араһындағыларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: