Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 18:00

Үҙең генә белгән сер булһын

Кешеләрҙең телефондарына 499***, 495***, 8800***һандарына башланған абоненттан шылтыратып, бәғзеләр үҙҙәрен Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәре итеп таныта. Улар шылтыратыуҙарын аҡсаны икенсе төбәккә санкцияланмаған күсереүҙе кисектереүҙә ярҙам тип аңлата һәм телефонығыҙға килгән смс-хәбәрҙәге паролде биреүегеҙҙе һорай. Әгәр һеҙ шылтыратыусы ҡушҡанса эшләһәгеҙ, картағыҙҙан аҡса юғалыуын көтөгөҙ.

Үҙең генә белгән сер булһын
Телефон ярҙамында мутлыҡ ҡылыусылар халыҡты алдауҙың яңы алымдарын уйлап табып ҡына тора. Һуңғы арала йәнәһе лә банк хеҙмәткәре шылтыратып, финанс операцияһын туҡтатыу тураһында хәбәр итеү осраҡтары йышайҙы. Кешеләрҙең телефондарына 499***, 495***, 8800***һандарына башланған абоненттан шылтыратып, бәғзеләр үҙҙәрен Һаҡлыҡ банкыһы хеҙмәткәре итеп таныта. Улар шылтыратыуҙарын аҡсаны икенсе төбәккә санкцияланмаған күсереүҙе кисектереүҙә ярҙам тип аңлата һәм телефонығыҙға килгән смс-хәбәрҙәге паролде биреүегеҙҙе һорай. Әгәр һеҙ шылтыратыусы ҡушҡанса эшләһәгеҙ, картағыҙҙан аҡса юғалыуын көтөгөҙ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: банк картаһының һандарын һәм смс-хәбәрҙәге паролдәрҙе берәүгә лә белгертмәгеҙ!
Бындай тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн бик һаҡ, иғтибарлы булығыҙ. Аҡсаға бәйле операциялар башҡарырға ҡушыусылар менән һаҡ мөғәләмә итегеҙ, һәр мәғлүмәтен тикшерегеҙ. Иң мөһиме: картағыҙға бәйле мәғлүмәт үҙегеҙ генә белгән сер булһын.
Зүлиә Торомтаева, полиция майоры.