Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 12:50

Баланы баштан өйрәтеү яҡшы

Стандарттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Сибай ҡалаһының “Сулпылар” балалар баҡсаһында ирекмәндәр хәрәкәте булдырылды. 2017 йылда беҙҙең тәрбиәләнеүселәр “Йомарт шишәмбе” мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылды. Шунан алып бөгөнгәсә балалар ҡаланың “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә көн күреүсе ололар янына хәлдәрен белешергә йөрөй, концерт ҡуйып күңелдәрен күтәрә.

Баланы баштан өйрәтеү яҡшы
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының маҡсатлы ориентирлауында мәктәпкәсә йәштәге балаларға кешеләргә итәғәтле булыуҙы, ярҙамға мохтаждарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауҙы аңлатыу тәүге бурыстар булып тора. Стандарттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Сибай ҡалаһының “Сулпылар” балалар баҡсаһында ирекмәндәр хәрәкәте булдырылды. 2017 йылда беҙҙең тәрбиәләнеүселәр “Йомарт шишәмбе” мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылды. Шунан алып бөгөнгәсә балалар ҡаланың “Азатлыҡ” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә көн күреүсе ололар янына хәлдәрен белешергә йөрөй, концерт ҡуйып күңелдәрен күтәрә.
Өлкән, мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөүселәр яңы ғына балалар баҡсаһына килгән кескәйҙәрҙе кейенергә, һүрәт төшөрөргә, әүәләргә өйрәтә. Төрлө халыҡтар уйындары аша ла тәрбиәүи эш алып барабыҙ. Ирекмәнлек хәрәкәтенә ҡушылған балалар шулай уҡ экологик өмәләргә йәлеп ителә.
Хәрәкәт етәксеһе булараҡ тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында башҡа ҡала-район ирекмәндәре менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Күптән түгел баш ҡалала уҙған “Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” төбәк-ара слетта ҡатшаныу бәхете тейҙе. Слетта 5 йүнәлештә: медиа волонтерлыҡ, “Ҡала реновациялары” проекты, социаль ирекмәнлек, волонтер хәрәкәтенең тимлидерлығы, саралар ойоштороу буйынса эш алып барылды. Өс көн дауамында беҙгә менән төбәктең һәм илебеҙҙең әйҙәүсе эскперттары оҫталыҡ кластары, тренингтар, квестар, нетворкинг-сессиялар һәм эшлекле уйындар ойошторҙо. Саранан үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡтар алып, тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Киләсәктә уларҙы уңышлы тормошҡа ашарыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
Нәсимә Малабаева.
“Сулпылар” балалар баҡсаһының “Йәш ирекмәндәр” хәрәкәте етәксеһе.
Читайте нас: