Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 10:00

Өсөнсө быуын игеҙәктәре

Егор һәм Матвей быйылғы 8-се пар игеҙәктәр. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: малайҙарҙың әсәләре Алена—үҙе игеҙәктәрҙең береһе, Анна исемле һыңары бар.

Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Сибай ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлегендә тантаналы ваҡиға—Алена Пеняева һәм Георгий Горичевтарҙың игеҙәк улдары тыуыу тураһында акт теркәлде. Малайҙарға Егор һәм Матвей тип исем ҡушылған. Игеҙәктәрҙең кәүҙәләре оҙонлоғо, тән ауырлыҡтары ярайһы уҡ ҙур ғына.
Ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы бәхетле ата-әсәне ҡотланы һәм урында “Демография” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
--Егор һәм Матвей быйылғы 8-се пар игеҙәктәр. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: малайҙарҙың әсәләре Алена—үҙе игеҙәктәрҙең береһе, Анна исемле һыңары бар. Анюта ла ике ҡыҙ тәрбиәләй. Уларҙың аталары Бористың да Ольга исемле игеҙәге булыуы был күренештең тоҡомдан булыуын раҫлай.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: