АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 10:00

Халыҡ-ара "Иҙел" фестиваленә рәхим итегеҙ!

15-16 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-конкурсы үтә.

15-16 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙары фестиваль-конкурсы үтә. Конкурса Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге юғары һәм урта уҡыу йорттарының вокал бүлеген тамамлаусылар ҡатнашасаҡ.
Еңеүселәрҙе "Башҡорт" йәки "Татар халыҡ йыры", "Башҡарыусы автор", "Башҡорт" йәки "Татар эстрада йыры", "Академик йыр" һәм "Балалар" номинацияларында билдәләү көтөлә.
Быйыл "Иҙел" статуэткаһы өсөн Ҡытай һәм Ҡырымдан килгән йырсылар ҙа көрәшәсәк.
Беренсе көн конкурс булһа, икенсе көн гала-концерт көтөлә. Концерт программаһында Иҙрис Ғәзиев, Флүрә Килдийәрова, Мөнир Яҡупов, Нәилә Фәтехова, Рәфис Сирусин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡаларҙың сығышы бар.
Атап үтелгән сара "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә үтә.
Проекттың координаторы: Диана Байтурина (89174826517)

#нацпроекты #миллипроекттар #регпроекты
Читайте нас: