Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 10:05

Сифатлы аҙыҡ ҡулланығыҙ

Быйыл иғлан ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты граждандар сәләмәт булһын өсөн эштәр башҡарыуҙы күҙ уңында тота. Сәләмәтлек өсөн ашаған аҙығыбыҙҙың да сифатлы булыуы мөһим.

Быйыл иғлан ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты граждандар сәләмәт булһын өсөн эштәр башҡарыуҙы күҙ уңында тота. Сәләмәтлек өсөн ашаған аҙығыбыҙҙың да сифатлы булыуы мөһим.
Роспотребнадзор кондитер изделиеларының сифатын күрһәтеп тороусы билдәләрҙе һанап үткән.
Составында эмульгатор, ҡуйыртҡыс матдәләр һәм меланж булыуы аҙыҡтың түбән сифатын күрһәтә. Тимәк, етештереүсе уның һаҡланыу ваҡытын оҙайтырға һәм тәмен көсәйтергә теләгән. Был матдәләр аҙыҡты арзаныраҡ та итеүгә булышлыҡ итә.
Һатып алыусыға тышҡы яғы боҙолған тауарҙы алырға кәрәкмәй. Шулай уҡ уның һаҡланыу ваҡыты тураһында ла оноторға ярамай. Кремһыҙ торттар һәм пирожныйҙарҙы 72 сәғәт эсендә ҡулланырға кәрәк. Емешле эслек һәм аҡһым кремы ҡушылған хәлдә уларҙы 36 сәғәт арауығында ашарға рөхсәт ителә. Ҡайнатылған крем йә иһә күпертелгән һөт өҫтө ҡушылғандарының ҡулланыу ваҡыты 6 сәғәттән дә күберәк булырға тейеш түгел.
Шулай уҡ үҙебеҙҙә етештерелгән кондитер изделиеларына өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Сөнки сит илдән килтерелгәндәренә, һаҡланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн, күп консерванттар ҡушалар.
#нацпроекты #миллипроекттар