Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 10:10

Яңы техникалар өҫтәлде

Әле бына тағы ла ассенизатор машинаһы һәм экскаватор кеүек махсус техникалар менән тулыланды.

Баймаҡ районының Йылайыр ауыл биләмәһе күптән түгел генә янғын һүндереү машинаһы алып ҡыуанғайны. Әле бына тағы ла ассенизатор машинаһы һәм экскаватор кеүек махсус техникалар менән тулыланды. Был шәп бүләктәрҙе Ырымбур өлкәһенең Гай тау-байыҡтырыу комбинаты ебәрә. Сөнки, беҙҙең республика күптән инде Ырымбур өлкәһе менән партнерлыҡ итә. Техника иң элек көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҙур ярҙам булып тора. Ауыл халҡы Республика Башлығы Р.Ф.Хәбировҡа, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Г.Әминовҡа, “Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы” генераль директоры Р.С.Сарбаевҡа, Совет секретары Р.Р.Сәйетовҡа рәхмәттәрен еткерә.