Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2019, 11:10

Яңы байрам буласаҡ

Төбәк Хөкүмәте республикала яңы байрам—Милли кейем байрамы булдырыу тураһында документтар әҙерләгән. Был хаҡта Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта белдерҙе.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте Милли кейем байрамы йылына ике тапҡыр—апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәреләсәк тип хәбәр итә. Яңы байрам “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
--Беҙҙең республикала 164 милләт вәкиле дуҫ, татыу йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тарихы һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Төбәктә бындай байрамдар уҙғарыу ата-бабаларҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға, үҫеп килгән йәш быуынға рухи ҡиммәттәр тәрбиәләүҙә булышлыҡ итәсәк,--тине Андрей Геннадьевич үҙенең сығышында.
#Нацпроекты