Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 12:26

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

Милли проекттарыбыҙҙың "Экология" тармағы тирә-йүнебеҙҙе һаҡлауға һәм таҙа тотоуға йүнәлтелгән. Ошоға ярашлы Башҡортостан Республикаһында 5 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем "Макулатура тапшыр ҙа--ағасты ҡотҡарып алып ҡал!" исемле эко-марафон үтәсәк.

Акцияның төп маҡсаты--кешеләрҙең иғтибарын ресуртарҙы һаҡсыл ҡулланыуға йүнәлтеү һәм тәбиғәт ресурстарын тәләфләү тураһында уйланырға мәжбүр итеү.
Акцияла ҡатнашыу өсөн төрлө ойошмалар 300 килограмдан ашыу әҙәби әһәмиәте булмаған кәрәкһеҙ макулатураны йыйып, www.сдай-бумагу.рф
сайтында заявка ҡалдырырға тейеш.
Акцияны ойоштороу комитетының телефоны: +7 (906) 371-57-96
е-mail адресы: [email protected]