Рәсәй лидерының пресс-секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Төркиә Башлығы Рәджәп Таип Эрдоган 22 октябрҙә Сочила осраша. Унда улар Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыу тураһында һөйләшәсәк. Был турала РИА яңылыҡтары хәбәр итә.