Төбәк кенә түгел, ҡала һәм район кимәлдәрендәге юлдарҙы ла хәстәрләү, комплекслы эш алып барыу дөйөм маҡсаттарҙы үтәүгә тос өлөш индерә. Халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы тап юлдарҙан башлау мөмһимлеген белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. Бөгөн барыһы ла ошондай уңайлыҡҡа бәйле. Әгәр ауыл, ҡала араларында яҡшы бәйләнеш бар икән, үҫеш тә буласаҡ.