Швед эко-әүҙемсеһе Грета Тунберг, Рәсәй Президенты Владимир Путин уның БМО-лағы сығышына үҙ баһаһын биргәндән һуң, твитттерҙағы статусын үҙгәрткән.
Быға тиклем унда "яҡты һәм гүзәл киләсәккә кинәнгән бик бәхетле ҡыҙ" тигән статус торған. Хәҙер инде уның твиттерында "мәрхәмәтле, әммә насар хәбәрҙар ҡыҙыҡай" тигән яҙыу барлыҡҡа килгән.
Быға тиклем Путин Грета Тунбертың сығышы дөрөҫ булыуы, әммә бала кешене "үҙ файҙаңа" ҡулланырға ярамағалығы хаҡында әйтеп үткән ине.