Октябрь айында Владимир Путиндың Эр-Риядҡа барыуы көтөлә. Сергей Лавров үҙенең Сауд Ғәрәбстанындағы коллегаһы менән был сәйәхәткә әҙерлек тураһында әңгәмәләшкән. Бынан тыш, тышҡы сәйәси ведомсволар осрашыуында Фарсы ҡултығы зонаһындағы хәл торошо , шулай уҡ Йәмән һәм Сириялағы хәлдәр хаҡында ла фекер алышҡандар, тип хәбәр итә “Рәсәй 24” каналы.