Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 09:47

Путин менән Хәбиб нимә эшләгән?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Махачкала аэропортныда UFC чемпионы Хәбиб Нурмагомедов һәм уның атаһы Абдулманап Нурмагомедов менән осрашҡан.Спортсы Дағстанда булған ил башлығын оҙатыр өсөн килгән.#ввпутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Махачкала аэропортныда UFC чемпионы Хәбиб Нурмагомедов һәм уның атаһы Абдулманап Нурмагомедов менән осрашҡан.
Спортсы Дағстанда булған ил башлығын оҙатыр өсөн килгән.
Путин Абу-Дабила Рәсәй данын яҡлаған Хәбибте бик йылы ҡаршылап, дуҫтарса ҡосаҡлап ала.
Ил башлығы спортсының алышы һәм уның алымдары менән бик ҡәнәғәт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткән. Хәбиб инде үҙ сиратында алыштың нисегерәк барыуын һөйләп киткән, тойғолары менән уртаҡлашҡан. Атаһы рингтан бер метр ғына алыҫлыҡта булғанға, атаһы менән һөйләшеп, кәңәшләшергә мөмкинлеге булған икән. Ата кеше улына артыҡ ҡаңғырмаҫҡа, тыныс булырға кәңәш иткән.
Спортсы Президентҡа һәр бер раунтта ниндәй тактика ҡулланыуы хаҡында ла һөйләп үткән.
Ил башлығы Владимир Путин алыҫ ерҙәргә командировкаға йөрөгәндә акклиматизация проблемаһын хәл итеү серҙәре менән дә уртаҡлашҡан. Сөнки Хәбибкә лә төрлө ерҙәрҙә йөрөргә тура килә.
#ввпутин