Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2019, 09:45

Милли проект сиктәрендә семинар

Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Төбәк проекттарына ярашлы, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше хәл ителә.#нацпроекты

Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Төбәк проекттарына ярашлы, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше хәл ителә.
Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ошо йүнәлеш нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса семинарға саҡыра. Бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн ойошторолған сара бер нисә махсус курстан торасаҡ.
Уларҙа ҡатнашыу бушлай. Бары тик www.exportedu.ru сайтында алдан теркәлеү генә талап ителә. Экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнергә теләгәндәргә тейешле формала заявка һәм килешеү ебәреп, уларҙың төп нөхсәһен сарала күрһәтеү кәрәк.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#нацпроекты