Рәсәй Президенты Сочи ҡалаһында “Сириус” белем биреү үҙәге кампусы биләмәһендә урынлашҡан яңы “Мәктәп” комплексында булды.
Быйыл мартта сафҡа ингән бина заман технологияларына ярашлы төҙөлгән. Бында, нигеҙҙә, балаларға инженер-математика һәм химия-биология йүнәлешендә белем биреләсәк.
Үҙәкте иҫ киткес күркәм йәшел парк уратҡан, унда балалар өсөн төрлө спорт майҙансыҡтары урынлаштырылған.