Август айында Татарстанда һөнәри оҫталыҡ буйынса WorldSkills донъя чемпионаты ойошторола. Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов Стратегик инициативалар агентлығы сессияһының пленар ултырышында Ҡазанға ил етәксеһе В.В.Путин һәм премьер-министр Д.А.Медведев килеү ихтималлығы бар тип белдерҙе.