Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2019, 09:45

ЭКСПОРТ АРТҠАН

Башҡортостанда, биш айлыҡ эш һөҙөмтәләренә ҡарағанда, экспорт 15 процентҡа артҡан. Был башлыса машиналар төҙөү һәм химик тармаҡ продукцияларына бәйле. Был хаҡта 17 июлдә Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Экспорт ваҡыты” исемле форумдың пленар ултырышында белдерҙе. --Башҡортостан халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереү тәңгәлендәге милли проекттарҙы бойомға ашырыуға әүҙем тотондо. Биш проект сиктәрендә беҙ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты донъя кимәленә сығарырға теләйбеҙ. Элек улар үҙ аллы эш итһә, хәҙер дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала,--тине республика етәксеһе. #нацпроект#экспорт

Башҡортостанда, биш айлыҡ эш һөҙөмтәләренә ҡарағанда, экспорт 15 процентҡа артҡан. Был башлыса машиналар төҙөү һәм химик тармаҡ продукцияларына бәйле. Был хаҡта 17 июлдә Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров “Экспорт ваҡыты” исемле форумдың пленар ултырышында белдерҙе.
--Башҡортостан халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереү тәңгәлендәге милли проекттарҙы бойомға ашырыуға әүҙем тотондо. Биш проект сиктәрендә беҙ кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты донъя кимәленә сығарырға теләйбеҙ. Элек улар үҙ аллы эш итһә, хәҙер дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала,--тине республика етәксеһе.
#нацпроект
#экспорт