Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2019, 10:05

Греция менән дуҫлыҡ баһаланды

Илебеҙ етәксеһе Владимир Путин Кириакос Мицотакусты Греция Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүе уңайынан тәбрикләне. Ҡотлау телеграммаһында Рәсәй дәүләте башлығы Греция менән ике аралағы мөнәсәбәтте юғары баһаланы. Был бәйләнеш күп йыллыҡ дуҫлыҡҡа, мәҙәни һәм рухи яҡынлыҡҡа нигеҙләнгән. Владимир Путин Кириакос Мицотакус етәкселегендәге хөкүмәттең ике яҡлы диалогты үҫтереүгә, халыҡтар мәнфәғәтендә төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә, тотороҡлолоҡҡа, хәүефһеҙлеккә ынтылыштың иғтибар үҙәгенән төшмәҫенә ышаныс белдерҙе.

Илебеҙ етәксеһе Владимир Путин Кириакос Мицотакусты Греция Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүе уңайынан тәбрикләне.
Ҡотлау телеграммаһында Рәсәй дәүләте башлығы Греция менән ике аралағы мөнәсәбәтте юғары баһаланы. Был бәйләнеш күп йыллыҡ дуҫлыҡҡа, мәҙәни һәм рухи яҡынлыҡҡа нигеҙләнгән.
Владимир Путин Кириакос Мицотакус етәкселегендәге хөкүмәттең ике яҡлы диалогты үҫтереүгә, халыҡтар мәнфәғәтендә төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә, тотороҡлолоҡҡа, хәүефһеҙлеккә ынтылыштың иғтибар үҙәгенән төшмәҫенә ышаныс белдерҙе.