Июнь башында Башҡортостанда иҫкән көслө ел 27 бинаның ҡыйығын емергән. Күгәрсен, Миәкә һәм Стәрлебаш райондары халҡы зыян күргән. Вафат булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ел емергән ауылдарға белгестәр бригадалары, материалдар һәм ҡыйыҡ өсөн тимерҙәр ебәрелгән. Шәхси йорттарҙың ҡыйыҡтары шулай уҡ тиҙ арала ремонтланасаҡ. Райондарҙағы хәл даими контроль аҫтына алынған.