Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2019, 09:56

Әбештәр әүҙем

Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй.Бәләкәй Арыҫланғол ауылында асфальт түшәлгән Башҡортостан урамынан ҙур тиҙлек менән йөрөүсе автомобилдәрҙе киҫәтеү йәһәтенән юл ситтәренә билдәләр ҡуйылған. Балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән һәм йыһазландырылған. Ә әбештәр экологик өмәгә сығып, тирә-яҡты, күл буйын таҙалаған. Һаҡмар-Наҙарғол ауылы иһә, урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, еңеп сыҡҡан. Улар ауыл зыяратын рәтләп, яңынан кәртәләргә ниәт итә.

Хәйбулла районы Әбеш ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй.
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында асфальт түшәлгән Башҡортостан урамынан ҙур тиҙлек менән йөрөүсе автомобилдәрҙе киҫәтеү йәһәтенән юл ситтәренә билдәләр ҡуйылған. Балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән һәм йыһазландырылған. Ә әбештәр экологик өмәгә сығып, тирә-яҡты, күл буйын таҙалаған. Һаҡмар-Наҙарғол ауылы иһә, урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, еңеп сыҡҡан. Улар ауыл зыяратын рәтләп, яңынан кәртәләргә ниәт итә.