Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Туймазы, Йылайыр райондарында һәм Сибай ҡалаһында 19 модулле медицина пункты асыласаҡ. Республикала ике меңгә тиклем кеше йәшәгән биләмәләрҙә ғәмәлдәге ФАП-тарҙы модуллегә алмаштырыу күҙаллана. Был эш «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы алып барыла.