Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2019, 12:11

Яңы кооператив асыла

«Башҡортостан Республикаһында табышты арттырыу проекттарын тормошҡа ашырыу» программаһына ярашлы, Баймаҡ районында кооперативтар асыу эше уңышлы дауам итә. Мәҫәлән, күптән түгел Сәйғәфәр ауылында ит эшкәртеү производствоһы сафҡа инһә, әле Әхмәрҙә «Ялантау» кооперативы модулле мал һуйыу цехы төҙөй. Яңы ҡоролма Беренсе һәм Икенсе Төркмән, Атанғол, Беренсе һәм Икенсе Моҡас, Басай, Иҫәнбәт, Күсей ауылдары халҡы өсөн ҙур уңайлылыҡ тыуҙырасаҡ. Ни өсөн тигәндә, мәғлүм булыуынса, хәҙер, яңы ҡанундарға ярашлы, шәхси ихатала мал һуйыу тыйыла.