Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2019, 12:13

Шундай ҙа закон була

Ҡайһы бер төбәктәрҙә үлеү закон буйынса тыйылған. Арктиканың Шпицберген архипелагындағы ҡалала был законды эпидемия таралыу ҡурҡынысын иҫкәртеү өсөн сығаралар. 1950 йылда Лонгйирда эшләгән ғалимдар, даими түбән температура һаҡланыу сәбәпле, зыяратта мәйеттәрҙең бөтөнләй тарҡалмауын асыҡлай. Тимәк, зарарлы микроорганизмдар йәшәүен дауам итә тигән һүҙ. Үлем ҡурҡынысы янаған ауырыуҙарҙы ашығыс рәүештә башҡа ерҙәргә күсерәләр. Италияның Фальчано-Дель-Массико тигән бәләкәй генә ҡалаһында ла үлергә ярамай. Сәбәбе—ерләргә урын юҡ. Японияның Ицукусима утрауы иң изге урын һанала. Уның таҙалығын һаҡлау өсөн руханиҙар урындағы хакимиәтте үлемде тыйыу тураһында закон сығарырға күндергән. Сикләүҙәр бының менән бөтмәгән—бында бала табырға ла ярамай. 1978 йылдан бирле ауырлы ҡатын-ҡыҙҙы һәм ҡарттарҙы утрау биләмәһенән ҡыуалар.