Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2019, 12:51

Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холында «Управдом» республика форумы уҙҙы. Уның эшенә йомғаҡ яһауҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға килеүселәр көнитмештең иң сетерекле бер тармағы—торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе, файҙа килтерерҙәй тәҡдимдәрен еткерҙе.«Управдом» форумы, исеменән үк күренеүенсә, башлыса ҡала мөхитенә ҡағылды. Унда подъездар ремонты, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, күп фатирлы йорттарҙы ҡарауға бәйле «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторолдо. Ҡалаларҙы күркәмләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған форумда Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Сибай «Сибайводоканал»ы директоры Т.Т.Муллоджанов ҡалала уңышлы тормошҡа ашырылған «Стриж» һыу иҫәпләүсе инновацион система тураһында сығыш яһаны.

Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холында «Управдом» республика форумы уҙҙы. Уның эшенә йомғаҡ яһауҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға килеүселәр көнитмештең иң сетерекле бер тармағы—торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе, файҙа килтерерҙәй тәҡдимдәрен еткерҙе.
«Управдом» форумы, исеменән үк күренеүенсә, башлыса ҡала мөхитенә ҡағылды. Унда подъездар ремонты, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, күп фатирлы йорттарҙы ҡарауға бәйле «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторолдо. Ҡалаларҙы күркәмләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған форумда Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Сибай «Сибайводоканал»ы директоры Т.Т.Муллоджанов ҡалала уңышлы тормошҡа ашырылған «Стриж» һыу иҫәпләүсе инновацион система тураһында сығыш яһаны.