Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2019, 12:54

Владимир Зеленский—Украина президенты

Һуңғы йылдарҙа Украина сәйәси буталыштар осорон кисерҙе, быға тиклем татыу йәшәгән Рәсәй менән араларын да боҙҙо. Ошо йылдарҙа илдә хөкөм һөргән сәйәси, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һуңғы һайлауҙа Петр Порошенконың еңелеүенә килтерҙе.Украина Президенты һайлауы протоколдарынан мәғлүм булыуынса, шоумен Владимир Зеленский 73,09 процент тауыш йыйып, алға сыҡты. Петр Порошенкоға халыҡтың ни бары 24,57 проценты ғына ышаныс белдергән.—Беҙ Норманд форматында эшләйәсәкбеҙ, Минск процесын дауам итәсәкбеҙ, уны ҡайтанан ҡараясаҡбыҙ. Кадрҙарҙы алмаштырыу буласаҡ, тип уйлайым,—тип Владимир Зеленский үҙенең сәйәсәттәге ҡайһы бер йүнәлештәрен белдерҙе.

Һуңғы йылдарҙа Украина сәйәси буталыштар осорон кисерҙе, быға тиклем татыу йәшәгән Рәсәй менән араларын да боҙҙо. Ошо йылдарҙа илдә хөкөм һөргән сәйәси, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һуңғы һайлауҙа Петр Порошенконың еңелеүенә килтерҙе.
Украина Президенты һайлауы протоколдарынан мәғлүм булыуынса, шоумен Владимир Зеленский 73,09 процент тауыш йыйып, алға сыҡты. Петр Порошенкоға халыҡтың ни бары 24,57 проценты ғына ышаныс белдергән.
—Беҙ Норманд форматында эшләйәсәкбеҙ, Минск процесын дауам итәсәкбеҙ, уны ҡайтанан ҡараясаҡбыҙ. Кадрҙарҙы алмаштырыу буласаҡ, тип уйлайым,—тип Владимир Зеленский үҙенең сәйәсәттәге ҡайһы бер йүнәлештәрен белдерҙе.