Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2019, 12:05

Юлдар торошо яҡшырһын

Юлдарҙы оҙаҡ файҙаланыу, сифатлы итеү маҡсатына ярашлы Сибай эшҡыуары инновациялы минераль порошок етештереүҙе яйға һалған.«Технострой» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марат Искаков белдереүенсә, ойошмала етештерелгән онтаҡ асфальт-бетон сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, шулай уҡ битум таралыуын кәметеүгә булышлыҡ ҡыла, уның өҫтөндәге һыу ағып төшә. Шулай уҡ асфальт-бетон етештереүҙең үҙҡиммәтен арзанайтыу мөмкинлеген бирә.—«Технострой»ҙа етештергән яңы ҡушылманы ысынбарлыҡта һынап ҡарау маҡсатында, ҡаланың транспорт күп йөрөгән юлдарын минераль онтаҡты ҡулланып ремонтлау планлаштырыла. Был май-июнь айҙарында буласаҡ,—ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.Яңы ҡушылма «Башкиравтодор» предприятиеһы етәкселеген дә ҡыҙыҡһындырған. Улар Магнитогорск-Ира юлының Баймаҡтан Йылайырға тиклемге аралығына һәм Сибай-Аҡъяр юлы участкаһында һынау үткәрмәксе. Икеһенең дөйөм күләме дүрт километр тәшкил итә.

Юлдарҙы оҙаҡ файҙаланыу, сифатлы итеү маҡсатына ярашлы Сибай эшҡыуары инновациялы минераль порошок етештереүҙе яйға һалған.«Технострой» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марат Искаков белдереүенсә, ойошмала етештерелгән онтаҡ асфальт-бетон сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, шулай уҡ битум таралыуын кәметеүгә булышлыҡ ҡыла, уның өҫтөндәге һыу ағып төшә. Шулай уҡ асфальт-бетон етештереүҙең үҙҡиммәтен арзанайтыу мөмкинлеген бирә.
—«Технострой»ҙа етештергән яңы ҡушылманы ысынбарлыҡта һынап ҡарау маҡсатында, ҡаланың транспорт күп йөрөгән юлдарын минераль онтаҡты ҡулланып ремонтлау планлаштырыла. Был май-июнь айҙарында буласаҡ,—ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Яңы ҡушылма «Башкиравтодор» предприятиеһы етәкселеген дә ҡыҙыҡһындырған. Улар Магнитогорск-Ира юлының Баймаҡтан Йылайырға тиклемге аралығына һәм Сибай-Аҡъяр юлы участкаһында һынау үткәрмәксе. Икеһенең дөйөм күләме дүрт километр тәшкил итә.