—Үҫеш ҡеүәте бар. Урман хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтарына урманды һаҡлау, уны тулыландырыу йәһәтенән сара күреү фарыз. Ағасты рөхсәтһеҙ киҫеүгә контроль—мөһим мәсьәлә. Ҡарт ағастарҙы ҡырҡырға, шул уҡ ваҡытта урманды тергеҙеү менән әүҙем шөғөлләнергә, үҫентеләрҙе хәстәрләргә кәрәк. Былтырҙан Башҡортостанда ағас әҙерләү техникаһы һатып алыуға сығымды субсидиялай башланыҡ. Бындай дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген иҫбат итте. Техника исемлеген ағас эшкәртеү ҡорамалдары менән киңәйтергә һәм был маҡсатҡа 150 миллион һум бүлергә ҡарар ителде,—тине төбәк етәксеһе.