Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2019, 12:03

Яман сиргә юлыҡмайым тиһәң

«Роспотребнадзор» хәбәр итеүенсә, ҡыҙылса Европа буйлап киң тарала, Рәсәйҙә лә сир менән бәйле хәл көсөргәнешле. Европаның 38 илендә ауырыуҙар теркәлгән, ә Франция, Италия, Германия һәм Испанияла инфекция сығанаҡтары тағы ла ҙурыраҡ. Беҙҙең илдә ул байтаҡ төбәктәрҙә теркәлгән, шул иҫәптән Башҡортостанда.Былтыр республикала 35 сир осрағы асыҡланды, 14-е ун ете йәшкә тиклемге балалар араһында. Быйыл өс ай эсендә дүрт кеше сирҙе эләктергән, икәүһе башҡа төбәктәрҙән килеүселәр һәм береһе мигранттар араһында. Ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәлдең ҡатмарланыуының төп сәбәбе—халыҡ йоғошло сиргә ҡаршы яҡланмаған. Ә һаҡланыуҙың төп ысулы—ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһатыу.Иҫкәртеү прививкаһын медицина ойошмаһында яһатырға мөмкин. Был инфекция иммунитетты ҡаҡшатыу менән бергә, отит, ларингит, менингоэнцефалит, пневмония һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә килтереүе һәм хатта һуҡырайыуға юлыҡтырыуы ихтимал.

«Роспотребнадзор» хәбәр итеүенсә, ҡыҙылса Европа буйлап киң тарала, Рәсәйҙә лә сир менән бәйле хәл көсөргәнешле. Европаның 38 илендә ауырыуҙар теркәлгән, ә Франция, Италия, Германия һәм Испанияла инфекция сығанаҡтары тағы ла ҙурыраҡ. Беҙҙең илдә ул байтаҡ төбәктәрҙә теркәлгән, шул иҫәптән Башҡортостанда.
Былтыр республикала 35 сир осрағы асыҡланды, 14-е ун ете йәшкә тиклемге балалар араһында. Быйыл өс ай эсендә дүрт кеше сирҙе эләктергән, икәүһе башҡа төбәктәрҙән килеүселәр һәм береһе мигранттар араһында. Ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәлдең ҡатмарланыуының төп сәбәбе—халыҡ йоғошло сиргә ҡаршы яҡланмаған. Ә һаҡланыуҙың төп ысулы—ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһатыу.
Иҫкәртеү прививкаһын медицина ойошмаһында яһатырға мөмкин. Был инфекция иммунитетты ҡаҡшатыу менән бергә, отит, ларингит, менингоэнцефалит, пневмония һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә килтереүе һәм хатта һуҡырайыуға юлыҡтырыуы ихтимал.