Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2019, 12:23

Виртуаль күргәҙмә ҡарағыҙ

Сибай театрына ҡала хакимиәтенең архив бүлеге хеҙмәткәрҙәре бик елле бүләк— мәҙәниәт усағының үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған «Халыҡсан һәм легендар» тип аталған интернет-күргәҙмә әҙерләгән. Бүлек етәксеһе Нилә Зәйнуллина әйтеүенсә, унда Сибай театрының барлыҡҡа килгән йылдарынан алып бөгөнгәсә тиклемге эшмәкәрлеге хаҡындағы архив документтарының күсермәләре тупланған.—Күргәҙмәлә 360 архив документы фрагменты, 1930 йылдан алып һаҡланған фотоһүрәттәр, афишалар, буклеттар, дипломдар урын алды,—ти Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы.—Был күргәҙмә менән социаль селтәрҙә һәр кем таныша ала. Сибай театрының төрлө йылдарҙағы ижади эшмәкәрлеге, тормошо һәр кемде битараф ҡалдырмаҫ. Әйткәндәй, был архив хеҙмәткәрҙәренең виртуаль донъяла тәүге хеҙмәте түгел. Улар 2010 йылда Сибай ҡалаһының юбилейына арналған, аҙаҡ төрлө темалар буйынса йәнә өс интернет-күргәҙмә әҙерләгәйне.