Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2019, 12:21

Һөт ризыҡтарына ҡағыла

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майҙа әҙер һөт продукцияһын «Меркурий» электрон ветеринар сертификацияһы системаһына индереү тураһындағы приказ ҡабул ителәсәк.Планлаштырылыуынса, әҙер һөт продукцияһы системаға 1 июлдән, ә йогурт һәм кефирҙар өсөн сертификация 1 ноябрҙән башланасаҡ. Шулай итеп июлдән системаға һөт, ҡуйыртылған һәм ҡуйыртылмаған һөт өҫтө, һөт сывороткаһы, һыйыр майы, һөт пасталары, сыр һәм эремсектәр индерелә башлаясаҡ. Ноябрҙән ойоған һөт һәм һөт өҫтө, йогурт, кефир һәм башҡа һөт аҙыҡ-түлеген сертификациялай башлаясаҡтар.

Читайте нас: