Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2019, 12:22

Ташҡынға әҙербеҙме?

Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында ташҡын мәсьәләһе ҡаралды. Айырыуса янғын осраҡтары йышайыуы һағайта. Йыл башынан ғына 21 янғын сығып, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Волик әйтеүенсә, яҙғы ташҡындың нисек буласағын да күҙаллауы ҡыйын. Комиссия ағзалары ауыл хакимиәте башлыҡтарына дамба, плотина, күпер һәм башҡа ҡоролмалар торошон тағы ла бер ҡат ентекле тикшереүҙе, ҡотҡарыу сараларын барлауҙы, һыу баҫа ҡалғанда мал-тыуарҙы, халыҡты күсереп тороу урындарын билдәләргә ҡушты.