Уҡытыусылар ярышты
Аҡъярҙа Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Сәләмәтлек-2019» төбәк спартакиадаһы уҙғарылды. Өҫтәл теннисы, шахмат, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙа сибайҙар—1-се, хәйбуллалар—2-се һәм ейәнсуралар 3-сө урындарҙы яуланы.