Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2019, 12:21

Рәсәйҙән дә кешеләр бар

Норвегияла Viking Sky круиз лайнеры бәләгә осраны. Көслө шторм ваҡытында судно илдең көнбайыш яр буйындағы диңгеҙҙә артабан хәрәкәт итә алмай туҡтап ҡала. Борттағы 1,4 мең кешенең меңгә яҡыны пассажир була. Башлыса Америка, Канада һәм Бөйөк Британия халҡы. Бейек тулҡындар арҡаһында лайнерға башҡа караптар яҡын килә алмай, кешеләрҙе лә эвакуациялап булмай. Шунлыҡтан ҡотҡарыу эше тик вертолеттар ярҙамында башҡарыла. Туристар карап сайҡалған ваҡытта ҡолап йәки өҫтәренә төрлө йыһаздар төшөүенән зыян күргән. Күптәр был бәләгә тарыуҙы билдәле «Титаник» карабының батыуы менән сағыштырған. Әйткәндәй, Рәсәйҙән дә өс кеше экипаж составында булған.