—Урмансылар йыйылышы беҙҙең республикала һуңғы тапҡыр бынан 13 йыл элек үткәрелгән. Ул замандан алып Рәсәйҙең Урман кодексы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, технологиялар ҙа, эш шарттары ла бөтөнләй икенсе, беҙҙең тормош та башҡаса,—тине Радий Фәрит улы сарала.—Урында урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу бара, тип әйтергә нигеҙ юҡ. Урман беҙҙең республика өсөн айырым әһәмиәткә эйә, ул—милли байлығыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм донъяға ҡарашыбыҙ.