Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2019, 10:28

Fүмерҙәр өҙөлдө

Африка күгендә Ethiopian Airlines авиакомпанияһының Boeing-737 самолеты Эфиопияның Дэбрэ-Зэйт ҡалаһы янында һәләкәткә осраны. Бортта 157 кеше булған, уларҙың һигеҙе—экипаж ағзалары. Улар араһында өс Рәсәй кешеһе лә булыуы асыҡланды. Шулай уҡ бортта 32—Кения, 18—Канада, туғыҙ—Эфиопия, һигеҙ—Италия, һигеҙ—Ҡытай, һигеҙ—АҠШ, ете—Бөйөк Британия, ете—Франция, алты—Мысыр, биш—Нидерланд, дүрт—Һиндостан, дүрт—Словакия, өс—Австрия, ике—Марокко, ике—Испания, ике—Польша һәм ике Израиль гражданы булған. Шартлауҙың сәбәптәре булараҡ теракт та һәм башҡа версиялар ҙа ҡарала.

Читайте нас: