АТАЙСАЛ
-23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2019, 10:29

Пособие күләме күтәрелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалид бала тәрбиәләүселәргә түләнгән пособиелар күләмен арттырыуға ҡағылышлы яңы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул февралдәге Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим иткәйне. Уға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән 1-се төркөмгә ҡараған инвалид баланы тәрбиәләгән кеше 10 мең һум пособие аласаҡ. Әлеге ваҡытта был сумма 5,5 мең һумға тиң. Башҡортостанда яңы иҫәпләүҙәргә Урал коэффициенты ла ҡушыласаҡ һәм эшләмәгән, 1-се төркөм бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә 11 500 һум пособие тәғәйенләнәсәк. Әле был сумма 6 200 һум тәшкил итә. Пенсия фонды хәбәр итеүенсә, ата-әсәләргә бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, яңы пособие автоматик рәүештә күсереләсәк.Республикала әлеге көндә 16600 инвалид бала иҫәпләнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин инвалид бала тәрбиәләүселәргә түләнгән пособиелар күләмен арттырыуға ҡағылышлы яңы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул февралдәге Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим иткәйне. Уға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән 1-се төркөмгә ҡараған инвалид баланы тәрбиәләгән кеше 10 мең һум пособие аласаҡ. Әлеге ваҡытта был сумма 5,5 мең һумға тиң. Башҡортостанда яңы иҫәпләүҙәргә Урал коэффициенты ла ҡушыласаҡ һәм эшләмәгән, 1-се төркөм бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә 11 500 һум пособие тәғәйенләнәсәк. Әле был сумма 6 200 һум тәшкил итә. Пенсия фонды хәбәр итеүенсә, ата-әсәләргә бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, яңы пособие автоматик рәүештә күсереләсәк.
Республикала әлеге көндә 16600 инвалид бала иҫәпләнә.