Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2019, 12:08

Дауахана йыһазландырыла

Сибай ҡала дауаханаһына яңы заманса рентген аппараты урынлаштырылды. Учреждениеның балалар поликлиникаһы мөдире Гүзәл Һөйөндөкова әйтеүенсә, ҡоролма ай аҙағында эшләй башлаясаҡ.«Балалар поликлиникаларының матди-техник хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән федераль программаға ярашлы, ошо «Диаком» рентген аппаратын алдыҡ,—ти ул.—Шулай уҡ хәҙер беҙҙә кескәй пациенттар өсөн—УЗИ аппараты, ЛОР-табип өсөн комплект бар. Барыһын да тулыһынса урынлаштырғас, март аҙағында тәүге балаларҙы ҡабул итербеҙ тигән ышаныстабыҙ. Диагностика бүлеге лаборанты Тимур Мансуров әйтеүенсә, Сибай дауаханаһының балалар поликлиникаһына алынған бөтә ҡоролмалар ҙа заман талаптарына яуап бирә.

Читайте нас: