АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2019, 12:05

Хеҙмәттәшлек арта

Башҡортостан Хөкүмәте менән Рә-сәйҙә «Италия сәнәғәте конфедерацияһы» итальян сәнәғәтселәре ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Документ иҡтисад, фән, технология тармаҡтарында ике яҡ өсөн дә файҙалы бәйләнеште үҫтереү, хеҙмәттәшлектең яңы өлкәләрен һәм бизнес өсөн мөмкинлектәр табыу, етештереү, коммерция йүнәлешендәге төрлө проекттарға булышлыҡ ҡылыуҙы маҡсат итеп ала.Эрнесто Ферленги һүҙҙәренсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең иң отошло йүнәлештәре—фармацевтика, ауыл хужалығы, нефть сервисы өлкәһе. Бынан тыш, мәҙәни бәйләнеште нығытыу мөһим.