Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Март 2019, 08:52

Спорт майҙансығы төҙөләсәк

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында әүҙем ҡатнашып, 2018 йылда мәҙәниәт йортон ремонтлатһа, быйыл ауылда спорт майҙансығы төҙөү инициативаһын күтәреп алды. Был балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға ярҙам итәсәк.