Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2019, 17:00

Күршеләр ыҙғыша

Кесаҙнала Пакистан Һиндостандың төньяғындағы Джамму һәм Кашмир штаттарында ут асты. Һиндостандың армияһы атаканы кире ҡаға алды. Билдәле булыуынса, Нью-Дели һәм Исламабад араһында мөнәсәбәттәр 14 февралдә үк киҫкенләште. Был мәлдә бер Пакистан кешеһе Һиндостан хәрби колоннаһына ут асты. Һәләкәттә 42 кешенең ғүмере өҙөлдө. Теракт өсөн яуаплылыҡты Пакистандың «Джаиш-е-Мөхәммәт» төркөмө үҙ өҫтөнә алған. Яуап итеп зыян күргән яҡ хәрбиҙәрҙең лагерҙарына ут яуҙыра. Иртәгеһенә пакистандар тағы ла күршеләрен атака аҫтында ҡалдыра. Килеп тыуған хәлгә Вашингтон хәүефләнеүен белдергән. «Үҙ-ара ыҙғыш ике дәүләт өсөн генә түгел, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе лә ҡаҡшата»,—тип яҙа Аҡ йорттоң ТАСС матбуғат хеҙмәте.