Баймаҡ районы китапханаһы иғлан иткән «Тарих һаҡлай ҡомартҡылар» акцияһына Өмөтбай китапханаһы янында ойошторолған «Ағинәйҙәр ҡоро» беренсе булып ҡушылды. 200 йылдан ашыу тарихы булған был ауылдың өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары өйҙән-өйгә йөрөп мәғлүмәттәр, әйберҙәр туплай.