АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2019, 16:32

Көкөрт үҙен белгертә

Сибай ҡалаһында экологик хәл һаман киҫкен. Көндәр йылынып, яҙ һулышы һиҙелһә лә, ҡаланың карьерға яҡын урынлашҡан урамдарында йәшәүселәргә ҡырҡыу еҫ яңы миҙгел үҙ көсөнә инеүен тойорға ҡамасаулай. Шаршамбыла, кесаҙнала һауа атмосфераһында көкөрт диоксидының миҡдары ашыуы күҙәтелде. Аҙна башында Старателдәр урамында һауала зарарлы матдәләр күләме—20, Нуриманов урамында хатта 22,4 тапҡырға ашыуы теркәлде. Ҡала етәкселеге яман еҫ булған урында йәшәүселәрҙе Белов урамы, 21 адресында урынлашҡан ваҡытлыса йәшәп тороу урынына барып торорға тәҡдим итте. Карьер төбөнә һыу тултырыла башлаһа ла, был күренеш әлегә һауа атмосфераһына йоғонто яһамай. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡы ла көкөрт еҫен һиҙә. Кисә 112 хеҙмәтенә Арҡайым ҡасабаһынан да шылтыратыуҙар күп булған.Күсмә лабораториялар көнө-төнө һауа атмосфераһын үлсәп, мәғлүмәтте социаль селтәрҙәргә һалып бара. Төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һауа торошон башлыса төндә тикшерә. Был аҙна дауамында уларға журналистар һәм «Дыши, Сибай!» төркөмө әүҙемселәре ҡушылды. Улар күмәкләшеп З.Вәлиди, Чернышевский, Горький, Лермонтов, Морозов, Ленин, К.Цеткин, Аҡҡолов урамдарында һауала көкөрт диоксиды булыу-булмауын асыҡлаған.

Сибай ҡалаһында экологик хәл һаман киҫкен. Көндәр йылынып, яҙ һулышы һиҙелһә лә, ҡаланың карьерға яҡын урынлашҡан урамдарында йәшәүселәргә ҡырҡыу еҫ яңы миҙгел үҙ көсөнә инеүен тойорға ҡамасаулай.
Шаршамбыла, кесаҙнала һауа атмосфераһында көкөрт диоксидының миҡдары ашыуы күҙәтелде. Аҙна башында Старателдәр урамында һауала зарарлы матдәләр күләме—20, Нуриманов урамында хатта 22,4 тапҡырға ашыуы теркәлде. Ҡала етәкселеге яман еҫ булған урында йәшәүселәрҙе Белов урамы, 21 адресында урынлашҡан ваҡытлыса йәшәп тороу урынына барып торорға тәҡдим итте.
Карьер төбөнә һыу тултырыла башлаһа ла, был күренеш әлегә һауа атмосфераһына йоғонто яһамай.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы халҡы ла көкөрт еҫен һиҙә. Кисә 112 хеҙмәтенә Арҡайым ҡасабаһынан да шылтыратыуҙар күп булған.
Күсмә лабораториялар көнө-төнө һауа атмосфераһын үлсәп, мәғлүмәтте социаль селтәрҙәргә һалып бара. Төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һауа торошон башлыса төндә тикшерә. Был аҙна дауамында уларға журналистар һәм «Дыши, Сибай!» төркөмө әүҙемселәре ҡушылды. Улар күмәкләшеп З.Вәлиди, Чернышевский, Горький, Лермонтов, Морозов, Ленин, К.Цеткин, Аҡҡолов урамдарында һауала көкөрт диоксиды булыу-булмауын асыҡлаған.
Читайте нас: