Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 08:26

Пособие күләме артты

1 февралдән балалар пособиеһы 4,3 процентҡа индексациялана. Башҡортостанда тәүге баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау буйынса айлыҡ минималь пособие күләме 3 769,07 һум тәшкил итә, икенсе һәм артабанғы балаға—7 538,12 һум.Бала тыуғанда ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие иһә 20 101,69 һум буласаҡ. Ауырға ҡалыуҙың иртә срогында табипҡа иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙға түләнгән сумма 753,81 һумғаса артты. 1 ғинуарҙан бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның иң ҙур күләме 26 152,27 һумға торошло.Шулай уҡ 1 февралдән радиация һәләкәттәренән һәм ядро ҡоралын һынауҙан зыян күргән, «Рәсәй доноры» исемен йөрөткән граждандарға айлыҡ пособие артты. Ерләү сараларына бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 245 һумға күбәйеп, хәҙер 5 946 һум тәшкил итә.

Читайте нас: